Ошо көндәрҙә «Салауат Юлаев» хоккей клубы үҙенең алтын юбилейын билдәләне. Бер уйлаһаң, ярты быуатта күпме һыуҙар аҡҡан… Хәҙер инде нисәнсе быуын хоккейсылар үҫеп сығып, туған клубына хеҙмәт итә. Уларҙы һанай китһәң, гәзит бите лә етмәҫ кеүек. Ә араларында СССР, Рәсәй, Европа һәм донъя күләмендә абруй яулаған тәрбиәләнеүселәребеҙ әле лә һынатмай, үрҙәр яулауын дауам итә.
Клубтың тарихы 1961 йылдың 25 ноябренән башлана. 1963 йылға тиклем «Салауат Юлаев» ил беренселегенең «Б» класында сығыш яһай. СССР-ҙың хоккей федерацияһы өфөләрҙе совет хоккейының 2-се эшелон алдынғыһы булараҡ, «А» класына үрләтә. Ә инде 1978 йылда үҙ тарихында башлап «Салауат Юлаев» командаһы СССР беренселегенең юғары лигаһына сыға. Унда ул төрлө йылдарҙа биш миҙгел (1978–1979, 1980–1981, 1982–1983, 1985–1986) уҙғара. 1992 йылда МХЛ, ә инде 1997 йылдан РХЛ беренселегендә ҡатнаша. Клуб тәүге халыҡ-ара уйынын 1961 йылдың 30 декабрендә, Өфөлә ул ваҡыттағы ГДР-ҙың «Висмут» клубы менән уҙғара. Ғөмүмән, ХХ быуаттың аҙағына тиклем «Салауат Юлаев» хоккейсылары 77 халыҡ-ара осрашыуҙа 67 тапҡыр еңә, 5 мәртәбә тигеҙ иҫәпкә уйнай һәм биш тапҡыр отола. Команда өс тапҡыр Рәсәй беренселегенә бронза миҙал призеры була. 2007–2008 йылдарҙа өфөләр даими беренселектә еңеүсе булып, ошо уҡ йылда үҙ тарихында беренсе тапҡыр Рәсәй беренселеге чемпионы исемен яулай. 2007–2010 йылдарҙа КХЛ беренселегенең бронза миҙалына эйә булып, өс йыл рәттән даими беренселектә еңә. Ә инде уҙған миҙгелдә Гагарин кубоғын яуланы.
Клуб тарихында иң мәргән бомбардир булып әлегә тиклем билдәле ветеран Владимир Быков (342 шайба) һанала. Донъя күгендә дан ҡаҙанған тәрбиәләнеүселәре: Ирек Ғимаев − атҡаҙанған спорт мастеры, өс тапҡыр донъя, дүрт тапҡыр Европа чемпионы, Канада кубогын яулаусы, СССР беренселегенең һигеҙ тапҡыр чемпионы.
Игорь Кравчук − атҡаҙанған спорт мастеры, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, донъя, Европа һәм СССР беренселеге чемпионы.
Александр Семак − атҡаҙанған спорт мастеры, донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа һәм СССР беренселеге еңеүсеһе.
Сергей Гимаев − атҡаҙанған спорт мастеры, күп тапҡыр СССР беренселеге чемпионы, өс тапҡыр ил беренселегенең иң көслө һаҡсыһы исеменә эйә булыусы, бөгөн «Рәсәй − 2» телеканалының спорт комментаторы.
Юбилей кисәһенә юлаевсылар ветерандары, хоккейсылар мастер-класс үткәрҙе, байрамға килгән көйәрмәндәрҙең бөтәһенә лә автографтар биреп, улар менән иҫтәлекле фотоға төштө.
Клуб ветерандары хоккей көйәрмәндәренән төҙөлгән команда менән дуҫтарса осрашыу үткәрҙе. Билдәле ветерандарға Башҡортостан Президенты Указы менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Данлыҡлы бомбардир Владимир Быковҡа, уның командалаш партнерҙары Николай Заварухин менән Геннадий Казаковка «Салауат Юлаев» ордены менән тапшырылды. Шулай уҡ «Батыр» командаһының баш тренеры Константин Полозов, «Толпар»ҙың баш тренеры Александр Семак һәм «Торос»тың баш тренеры Руслан Сөләймәнов, Хөкүмәттең юғары наградаларына лайыҡ булды.
Рейтинг статьи:-
Новость опубликовал:
nur ›Комментариев: (
0 )
Просмотров:
169
Добавлено:
20 декабря 2011
- Венер Сафин «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры итеп т ...
- «Зенит» – чемпион!
- Бөйөк Валерий Харламовҡа 60 йәш тулыр ине
- «Өфө» Башҡортостан футболының яңы битен асма& ...
- Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Васильев 63 йәшенд ...
-
Комментарии на нашем сайте могут писать только
Зарегистрированные пользователи.
Для того чтобы написать комментарий, пожалуйста, нажмите сюда.

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 21
Всех: 22
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Добро пожаловать на наш сайт!
«Салауат Юлаев» хоккей клубы үҙенең алтын юбилейын билдәләне → Салават Юлаев
Пожалуйста, обратите ваше внимание!
Эти новости, наверника, будут вам интересны:
- Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Только зарегистрированные и авторизованные пользователи могут оставлять комментарии. Авторизуйтесь, пожалуйста, или зарегистрируйтесь, если не зарегистрированы.
Войти на сайт




















