Антти Пильстрем 1984 йылдың 22 октябрендә Финляндияла тыуған. Һөжүмсе. Финляндия йыйылма командаһы составында донъя чемпионы исемен яулай. Спорт карьераһы 2003 йылда башлана. Урындағы «Эспоо Блюз» клубында уйнай. Һуңынан Финляндияның өс командаһын алыштырып өлгөрә. НХЛ−да ике миҙгел сығыш яһағандан һуң, үҙен Швеция беренселегендә лә һынап ҡарай. Һәм бына КХЛ чемпионатына ла килеп етә. Өфөләр менән ике йылға килешеү төҙөгән.
Ғөмүмән, быға тиклем «Салауат Юлаев» клубы составында Чехия, Словакия, Норвегия, Швеция һәм дә Канада легионерҙарынан тыш Финляндия уйынсыларының уйнағаны булмай. КХЛ-дың башҡа клубтары күптән уларға мохтажлыҡ кисерһә лә, нишләптер Өфө командаһы етәкселеге был ил хоккейсыларына мөрәжәғәт итмәй. Уҙған миҙгелдә беренсе «пятерка»ла уйнап, еңеүгә тос өлөш индергән Норвегия легионеры Патрик Торесен, Өфөнө Санкт-Петербургҡа алыштырғас, уның урынына шундай уҡ етеҙ һөжүмсе кәрәк була. Һәм эҙләнә торғас, Анттиға күҙ һалалар. Ысынлап та ул нимәһе менәндер Торесенға оҡшаған. Шул уҡ етеҙлеге, майҙанды күҙаллауы, физик яҡтан ныҡлығы − хоккейсылар өсөн хас күренеш. Юлаевсылар менән ике йылға килешеү төҙөгәс, тренерҙар уны тәжрибәле Сергей Зиновьевтың звеноһына ҡуя.
− Мин һәр ваҡыт етеҙ уйнарға яратам. Ни тиклем күберәк йүгерәм, шул тиклем тиҙлегем шәбәйә. Һәм дә командалаш иптәштәремә бының файҙаһын күрһәтергә тырышам. Шулай уҡ физик көс менән дәғүәсегә ҡаршы прием ҡулланыуҙы хуп күрәм. НХЛ-да оҫта файҙалана торғайным. Дәғүәсе менән эләгешеп киткәндә лә ҡарап тормайым, кәрәк саҡта төркөләшергә лә була. Тик хәҙер элекке һымаҡ уға иғтибарҙы йүнәлтмәйем. Мөмкинлек булғанда, һәр саҡ дәғүәсенең ҡапҡаһына ҡурҡыныс янарға тырышам. Әлегә һөҙөмтәһе әллә ни күренмәһә лә, киләсәктә, моғайын, командама тик файҙа ғына килтерермен тип уйлайым. Өфөлә бик яҡшы уйынсылар йыйылған. Уйнауы үҙе бик кинәнес. Европа хоккейсылары Мирослав Блатяк, Якуб Накладал, Эрик Эрсберг менән күберәк аралашам. Шулай уҡ бер мәл НХЛ-да Александр Радулов менән бер командала бергә уйнарға насип булды.
Башҡалар менән дә аралашам, тик рус телен белмәүем әҙерәк кәртә булып тора. Бынан 8 − 9 йыл элек рус телен үҙләштерә башлағайным, тик әлегә һүҙҙе бәйләп аралашыуы ауыр. Былай дежур һүҙҙәрҙе беләм. Яйлап өйрәнермен әле. Өфөгә килгәнсә, быға тиклем Рәсәйҙә бер ун тапҡыр ғына булырға тура килде. Мәскәү оҡшаны, Финляндияла ундай матур йорттар юҡ. Уҡыған саҡта, бынан бер 15 йыл элек Мәскәүгә экскурсияға килгәйнек, шунан алып баш ҡалағыҙ бик матур үҙгәрештәр кисергән. Башҡортостанға килер алдынан да башта ҡаланың мөмкинлектәре менән яҡындан танышырға тура килде, сөнки ғаиләмә уңайлы шарттар тыуҙырыу карьерамдан өҫтөн тора. Өфө бар йәһәттән дә оҡшаны. Шул уҡ матур өйҙәр һәм башҡаһы. Көйәрмәндәр ҙә иҫ киткес. Ысынлап әйтәм. Өйләнгәнмен, өс балам бар. Улыма өс йәш, ҡыҙыма ике йәш тула һәм дүрт ай элек тағы бер бәхетебеҙ тыуҙы. Үҙем Өфөлә урынлашып бөткәс, ғаиләмде бында алып киләсәкмен. Балаларым әле уҡ конькиға баҫып тора алалар. Улым моғайын атаһының юлынан китер.
Әлеге ваҡытта Антти Пильстрем Өфө командаһы составында биш шайба индереп, дүртәүһендә уға булышлыҡ иткән.
Рейтинг статьи:-
Новость опубликовал:
nur ›Комментариев: (
0 )
Просмотров:
163
Добавлено:
25 января 2012
- Фин һөжүмсеһе Антти Пильстрем Өфөг ...
- «Гол индерһәң, Рәсәйгә килеп йөр& ...
- Якуб Клепиштан да оҫта буллитсы юҡ
- Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә у ...
- Патрик ТОРЕСЕН: «Бында балды шул тиклем яраталар, хатта мискәлә ...
-
Комментарии на нашем сайте могут писать только
Зарегистрированные пользователи.
Для того чтобы написать комментарий, пожалуйста, нажмите сюда.

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 23
Всех: 24
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Добро пожаловать на наш сайт!
Антти Пильстрем: «Өфөлә көйәрмәндәр иҫ киткес. Ысынлап әйтәм…» → Салават Юлаев
Пожалуйста, обратите ваше внимание!
Эти новости, наверника, будут вам интересны:
- Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Только зарегистрированные и авторизованные пользователи могут оставлять комментарии. Авторизуйтесь, пожалуйста, или зарегистрируйтесь, если не зарегистрированы.
Войти на сайт




















