«Салауат Юлаев» хоккейсылары КХЛ беренселегенең 44-се осрашыуын чемпионат аутсайдеры − «Витязь» командаһы менән уҙғарҙы. Тәүгеһенә турнир таблицаһында әҙерәк булһа ла үҙ хәлен яҡшыртыу өсөн еңеү мөһим булһа, икенсеһенә иһә, быйылғы миҙгелдә лә бер ниндәй өмөткә ышанмай, үҙе өсөн генә берәй нисек Гагарин кубогына эйә булыусыға ҡаршы лайыҡлы сығыш яһап, күңелен йыуатыу ғыналыр… Сөнки, нисек кенә тимә, «Витязь» командаһы КХЛ беренселегендә үҙенең һуғыш суҡмары менән генә дан тотоп, чемпионатта үҙ урынын биләй. Бәлки, әҙерәк көсөргәнешлек тыуҙырып, ошондай клубтар үҙенсә йәм дә өҫтәйҙер. Шуға ҡарамаҫтан, майҙан хужалары осрашыуға әҙерлек менән сыҡты һәм улар яғынан бер ниндәй провокацияларға бирешмәй, лайыҡлы рәүештә өс мәрәй яуланы. Был еңеү, ниһайәт, юлаевсыларға үҙ конференцияһында юғары икенсе урынға юл асты. Хәҙер улар 74 мәрәй менән «Трактор»ҙан 13 мәрәйгә ҡалышып, икенсе баҫҡыста урынлашты. Дивизиондағы дәғүәселәребеҙ − «Авангард» менән «Барыҫ» хоккейсылары үҙ-ара кемдең-кемлеген асыҡлап, һөҙөмтәлә тәүгеһе 3:2 иҫәбенә отто. «Спартак» командаһы һуң булһа ла уянып, плей-оффҡа эләгеүгә өмөтөн юғалтмай, ахыры. Улар Ҡаҙанда урындағы «Аҡ барс»ты 3:1 иҫәбенә еңде. Ә бына плей-офф зонаһының ситендә генә йәбешеп торған ЦСКА уйынсылары, Минскиҙа урындағы «Динамо»һына биш шайба индерһә лә, ул да кәрәкле еңеүгә етмәне. Сөнки ужалар ҡунаҡтарҙы 6:5 иҫәбенә отто. Был мөмкинлекте «Динамо» (Рига) юғалтмай, «Торпедо»ны буллит серияһында булһа ла еңеп, ЦСКА-нан хәҙер өс мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Шулай уҡ Новокузнецкиҙың «Металлург» командаһы ла тырышып-тырмашып, көслөләр рәтенә һыйынмаҡсы. Улар өмөтһөҙ «Автомобилист»тан ике мәрәй булһа ла тартып алды. «Нефтехимик»та, «Северсталь» уйынсыларын 4:2 иҫәбенә еңеп кәрәкле өс мәрәйгә эйә булды. Ғөмүмән, был йәһәттән үрҙәге дәғүәселәр үҙ-ара сәкәләшәсәк әле. Улар өсөн һәр мәрәй ҡәҙерле. Ә бына «Себер» үҙ яҙмышына күнде кеүек. Сөнки улар уҙған уйында «Трактор»ға 2:3 иҫәбенә отолоп, быйылғы миҙгелде тыныс күңел менән тамамларға булды, ахыры. Чемпионат лидеры, инде өсөнсө йыл рәттән Гагарин кубогына өмөт итеүсе СКА командаһы быйыл даими беренселекте беренсе урында тамамлап, төп бәйгегә күтәренке кәйефтә сыҡмаҡсы. Уҙған осрашыуҙа улар Мәскәүҙең «Динамо»һына бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырмай, 5:1 иҫәбенә ҡыйратты.
Рейтинг статьи:-
Новость опубликовал:
nur ›Комментариев: (
0 )
Просмотров:
388
Добавлено:
25 января 2012
- Хоккей уйыны – ҡаты уйын, шулай ҙа һуғышыу өс ...
- Беренселек тамамланды
- Өфөлә ҙур хоккей көтөлә
- Һуң булып ҡуймаһын
- «Салауат Юлаев» лидерҙы ҡыуып етте
-
Комментарии на нашем сайте могут писать только
Зарегистрированные пользователи.
Для того чтобы написать комментарий, пожалуйста, нажмите сюда.

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 23
Всех: 24
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Добро пожаловать на наш сайт!
«Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияхында икенсе урынға сыҡты → Хоккей
Пожалуйста, обратите ваше внимание!
Эти новости, наверника, будут вам интересны:
- Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Только зарегистрированные и авторизованные пользователи могут оставлять комментарии. Авторизуйтесь, пожалуйста, или зарегистрируйтесь, если не зарегистрированы.
Войти на сайт




















