Мини-футбол, икенсе төрлө әйткәндә футзал спорт төрө менән 1920 йылдарҙа Бразилия уйынсылары башлап шөғөлләнә башлай. Бер ваҡыт футбол буйынса донъя беренселеге барғанда , Бразилия командаһы уйын алдынан күнекмәләрен залда шөғөлләнеп, ошо төр менән үҙ-ара футбол уйнай. Быны күреп ҡалып Австрия белгестәре йәһәт кенә үҙҙәренең етәкселегенә еткерә. Һәм улар ҙа мауығып китәләр. Аҙаҡтан уларҙан күреп Голландия, Испания, Италия кеүек илдәр ҙә мини-футболды үҙ итә. Хатта Голландия ошо төр буйынса үҙенең милли бернселеген уҙғара башлай. Йылдар үтә бара ул ҙур популярлыҡ яулап, бөтөн Европаны ялмап ала. 1974 йылда тәүге рәсми осрашыуҙа Италия менән Ливия командалары уйнап, тәүгеһе дәғүәсеһен 9:2 иҫәбенә ота. 1986 йылда һигеҙ команда ҡатнашлығында официаль булмаған чемпионат уҙа. Ә инде өс йылдан һуң тәүге официаль донъя беренселегенә лә сират етә. Бында ла Бразилия футболсыларына етеүсе булмай. Улар еңеүсе була. Шунан алып ҙур футболдағы кеүек, чемпионат дүрт йыл һайын даими уҙғарылып тора. Әлегә бөгөнгө көнгә тиклем алты беренселек үтте. 
Дүртәүһендә әлеге лә баяғы Бразилия чемпион булһа, ике рәт ул бәхет Испания футболсыларына ла тәтене. Рәсәй йыйылма командаһы ла был төрҙән һынатҡаны юҡ. 1996 йылда бронза миҙалға эйә булып, ике беренселектә ярымфиналға сыға һәм өсөнсө урын өсөн көрәшеп еңелә. Тәүгеһендә Португалияға 4:2, һуңынан Италияға 2:1 иҫәптәренә отола. Ә бына Европа беренселегенде беҙҙәң команданың уңыштары бихисап. 1996 йылда көмөшмиҙал призеры булха, 1999 йылда европаның иң көслө командаһы булып таныла. Һуңынан ике тапҡыр өсөнсө урынға өлгәше һем бер тапҡыр йәнә көмөш миҙал яулай. Ул ваҡыттарҙа Рәсәй командаһы составында иң көсло бомбардир булып Константин Еременко була. Ул әле уның тарихында алыштырғыһыҙ булып һанала.
Уйын тәртибенә килгәндә, майҙандың оҙонлоғо 25 метрҙан алып 42 метрға хәтлем булһа, киңлеге 15 метрҙан 20 метрҙағыса. Осрашыу дауамы 20 минутлыҡ ике таймдан тора. Туптың ҙурлығы ла ябай футбол тубынан бәләкәсерәк һәм ул йәһәт кенә ҡаҡлығып, йыш һикермәй. Уйында дүртәр футболсынан һәм берәр ҡапҡасынан торған ике команда көс һынаша. Уйынсылар, хоккейҙағыса осрашыу барышында күпме теләй шунса алмашына ала. Уларға ҡулдарынан тыш, тәндең бөтә өлөшө менән уйнарға рөхсәт ителә. Ҡапҡа ҙурлығы: киңлеге өс метр, бейеклеге – ике метр. Шуныһы ҡыҙыҡ: ябай майҙанда уйнап, тәжрибә яулаған уйынсы, мини-футболда үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә алмай. Сөнки футзалда,футболсы һөжүмдә лә һаҡта ла өлгөрөргә тейеш. Шулай ҙа билдәле уйынсы Алексей Степанов, “Зенит” командаһы составында Рәсәй чемпионы булыуы менән бер рәттән мини-футбол буйынса “Дина” командаһы составында ла чемпион булып таныла.
Рейтинг статьи:-
Новость опубликовал:
nur ›Комментариев: (
0 )
Просмотров:
88
Добавлено:
8 февраля 2012
- Рәсәй – чемпион!
- Донъя ҙур футболға «күмелергә» тора...
- Бразилия «тимер ҡоршауҙы» көскә асты
- Франция артынан Италияға ла көн етте...
- Донъя беренселеге еңеүселәре
-
Комментарии на нашем сайте могут писать только
Зарегистрированные пользователи.
Для того чтобы написать комментарий, пожалуйста, нажмите сюда.

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 16
Всех: 17
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Добро пожаловать на наш сайт!
Мини-футбол йәки футзал: тарихы, үҫеше → Футбол
Пожалуйста, обратите ваше внимание!
Эти новости, наверника, будут вам интересны:
- Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Только зарегистрированные и авторизованные пользователи могут оставлять комментарии. Авторизуйтесь, пожалуйста, или зарегистрируйтесь, если не зарегистрированы.
Войти на сайт




















