Плей-офф уйындары яҡынлашҡан һайын командалар, һуңғы вагонға эләгеп ҡалайым тигәндәй, үҙ-ара талашып, һәр мәрәй өсөн мәж килә. Әлеге турҙа ла йылы урынға өмөттәрен юғалтып барған «Спартак» хоккейсылары чемпионат лидеры - СКА-ны 4:2 иҫәбенә отоп, көйәрмәндәре күңелендә ышаныс уятты. Быға уларҙан бер баҫҡысҡа юғары килеүсе ЦСКА командаһы ла булышлыҡ итте. Улар үҙ майҙанында беренселек аутсайдеры – «Автомобилист» клубының ҡапҡаһына юл тапмай, һөҙөмтәлә унан 0:2 иҫәбенә еңелде. Новокузнецк уйынсылары, моғайын, плей-оффҡа эләкмәҫ. Улар күпме генә тырышмаһын, «Авангард»тан 1:4 иҫәбенә отолдо. «Авангард» тигәндән, улар «Салауат Юлаев» хоккейсылары менән үҙ дивизионында беренселек өсөн үҙ-ара көрәшә. Өфөләр ҙә әлеге турҙа «Динамо» /Мәскәү/ клубын 2:0 иҫәбенә отоп, быға тиклем булған үҙ-ара осрашыуы өсөн үсен ҡайтарҙы, буғай. Әгәр хәтерләһәгеҙ, юлаевсылар уларҙан 7:3 иҫәбенә еңелеп ҡайтҡайны. Даими беренселек тамамланыуға өс тур алдынан Өфө менән Омск командаһын бары тик бер генә мәрәй айыра. Ә инде дөйөм таблица буйынса СКА-ның еңелеүен «Трактор» командаһы урынлы файҙаланды. Улар «Динамо» /Минск/ уйынсыларын 5:3 иҫәбенә отоп, хәҙер Санкт-Петербург клубын өс мәрәйгә ҡалдырып, алға сыҡты. «Динамо» /Рига/ «Атлант»ҡа 2:4 иҫәбенә еңелһә, «Лев» клубы «Барыҫ» уйынсыларына 2:3 иҫәбенә отола. «Амур» – «Металлург» /Мг./ – 4:0, «Аҡ барс» – «Торпедо» –4-3; „Себер” –„Югра” – 0:1.
Хәҙер инде, Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре даими беренселекте ситтә тамамлаясаҡ. Иртәгә улар „Югра”ға ҡаршы һынау тотһа, йомала дивизион лидерҙары үҙ-ара сәкәләшә, 26 февралдә Магнитагорскиҙа урындағы „Металлург” менән осрашасаҡ.
Рейтинг статьи:-
Новость опубликовал:
nur ›Комментариев: (
0 )
Просмотров:
111
Добавлено:
20 февраля 2012
- КХЛ финиш һыҙығына яҡынлашты
- 1 декабргә ҡарата КХЛ беренселегенең турнир таблицаһ ...
- Беҙгә дәғүәсе түгел, Гагарин кубо ...
- Өфөлә ҙур хоккей көтөлә
- Беренсе һынау – «Себер»
-
Комментарии на нашем сайте могут писать только
Зарегистрированные пользователи.
Для того чтобы написать комментарий, пожалуйста, нажмите сюда.

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 0
| Отсутствуют. |
Гостей: 9
Всех: 9
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Добро пожаловать на наш сайт!
«Салауат Юлаев» «Динамо» /Мәскәү/ клубын 2:0 иҫәбенә отто → Хоккей
Пожалуйста, обратите ваше внимание!
Эти новости, наверника, будут вам интересны:
- Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Только зарегистрированные и авторизованные пользователи могут оставлять комментарии. Авторизуйтесь, пожалуйста, или зарегистрируйтесь, если не зарегистрированы.
Войти на сайт




















