Рәсәйҙә һыуыҡ селлә хөкөм һөргәндә Европа кубоктарының плей-офф уйындарында ҡатнашыусы «Рубин», «Локомотив», «Зенит» һәм ЦСКА командалары тәүге осрашыуҙарын махсус рәүештә һымаҡ үҙ майҙанында үткәрҙе. Башта Европа лигаһында 1/16 финал уйындарын «Рубин» менән «Локомотив» уҙғарҙы. Тәүгеһе Грецияның «Олимпиакос» футболсыларына 0:1 иҫәбенә отолоп, хәҙер ҡунаҡта уларҙы еңер өсөн бар көсөн һаласағына ышаныс белдерҙе. «Локомотив» Испанияның «Атлетик» клубы менән осрашты һәм 2:1 иҫәбенә еңеп, Испанияға ошо бәләкәй булһа ла өҫтөнлөктө һаҡлап ҡалыр өсөн, моғайын, тырышыр. Тик «Атлетик» уйынсылары әйтмешләй, улар ошо һөҙөмтә өсөн икеләтә өҫтөнлөк менән яуап бирәсәгенә инанды. Чемпиондар лигаһында 1/8 финалға Рәсәй футбол тарихында башлап ике команда путевка яулағайны. «Зенит» Португалияның «Бенфика» командаһын ҡабул итте һәм көсөргәнешле бәйгелә еңеүҙе тартып ала алды. Унда иҫәп – 3:2 «Зенит» файҙаһына тамамланды. Бында ла әле билдәһеҙлек. Сөнки киләһе этапҡа сығыр өсөн икеһенең дә мөмкинлеге тигеҙ. Ә бына ЦСКА-ға хыялланырға ғына ҡала. Донъялағы иң килемле һәм иң көслө Испанияның билдәле «Реал»ы уларға һынау тотасаҡ. Шулай ҙа тәүге осрашыуҙа Леонид Слуцкийҙың тәрбиәләнеүселәре күп ваҡыт һаҡланһа ла, үҙендә көс табып, төп ваҡыттың өҫтәмә минуттарында иҫәпте тигеҙләй алды. Беренсе осорҙа Криштиан Роналдуның голына ЦСКА-ның яңы алынған ярымһаҡсыһы Понтус Верблум яуап бирә алды. Шулай итеп улар үҙ-ара 1:1 иҫәбенә таралышты. Яуап уйынында ай-һай ауыр буласаҡ ЦСКА-ға. Нисек кенә булмаһын тигеҙ иҫәп улар өсөн еңеүгә тиң.
Рейтинг статьи:-
Новость опубликовал:
nur ›Комментариев: (
0 )
Просмотров:
120
Добавлено:
22 февраля 2012
- "Зенит" менән "Локомотив" стартты еңеүҙән ...
- Эш аҡсала ғына түгел шул...
- «Зенит» Рәсәй тарихын яҙа
- Аҡса ғына кимәлде күтәрә алмай шул
- "Локомотив" көлкөгә ҡала яҙҙы...
-
Комментарии на нашем сайте могут писать только
Зарегистрированные пользователи.
Для того чтобы написать комментарий, пожалуйста, нажмите сюда.

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 0
| Отсутствуют. |
Гостей: 8
Всех: 8
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Добро пожаловать на наш сайт!
«Реал»ға ҡаршы тигеҙ иҫәп, ЦСКА-ға еңеүгә тиң → Футбол
Пожалуйста, обратите ваше внимание!
Эти новости, наверника, будут вам интересны:
- Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Только зарегистрированные и авторизованные пользователи могут оставлять комментарии. Авторизуйтесь, пожалуйста, или зарегистрируйтесь, если не зарегистрированы.
Войти на сайт




















