- Далее...
Рәсәйҙә һыуыҡ селлә хөкөм һөргәндә Европа кубоктарының плей-офф уйындарында ҡатнашыусы «Рубин», «Локомотив», «Зенит» һәм ЦСКА командалары тәүге осрашыуҙарын махсус рәүештә һымаҡ үҙ майҙанында үткәрҙе. Башта Европа лигаһында 1/16 финал уйындарын «Рубин» менән «Локомотив» уҙғарҙы. Тәүгеһе Грецияның «Олимпиакос» футболсыларына 0:1 иҫәбенә отолоп, хәҙер ҡунаҡта уларҙы еңер өсөн бар көсөн һаласағына ышаныс белдерҙе. «Локомотив» Испанияның «Атлетик» клубы менән осрашты һәм 2:1 иҫәбенә еңеп, Испанияға ошо бәләкәй булһа ла өҫтөнлөктө һаҡлап ҡалыр өсөн, моғайын, тырышыр. Тик «Атлетик» уйынсылары әйтмешләй, улар ошо һөҙөмтә өсөн икеләтә өҫтөнлөк менән яуап бирәсәгенә инанды. Чемпиондар лигаһында 1/8 финалға Рәсәй футбол тарихында башлап ике команда путевка яулағайны. «Зенит» Португалияның «Бенфика» командаһын ҡабул итте һәм көсөргәнешле бәйгелә еңеүҙе тартып ала алды. Унда иҫәп – 3:2 «Зенит» файҙаһына тамамланды. Бында ла әле билдәһеҙлек. -
Коммент.: 0 Просмотр.:5 Добавлено:
Вчера, 12:17
- Далее...
Футбол буйынса билдәле Голландия белгесе, заманында Рәсәй йыйылма командаһын етәкләп, уның менән Европа беренселегенең бронза миҙалын (2008 й.) яулаған Гус Хиддинк, йәнә Рәсәйгә килмәксе булған. Быға тиклем ул, Төркиә йыйылма командаһында "баш" була. Тик, унда эше бешмәй, һөҙөмтәлә Төркиә футболсылары быйыл үтәсәк Европа беренселегенә путевка яулай алмағайны. Һәм бына Рәсәй чемпионатында ҙур тауыш ҡуптарған Махачкаланың "Анжи" клубы уны үҙенә йәлеп итмәксе булып һөйләшеүҙәр башлаған. Әгәр эштәр көйлө була ҡалһа, ул "Анжи"ҙа йылына 10 млн. евроға байыясаҡ. Был нимә инде ул, әгәр ундағы бер Самюэль Это’о йылына 20 млн. евро ала. Ә бит донъялағы иң бай клубтарының береһе Испанияның "Реал"ында көн күргән Криштиан Роналдуның эш хаҡы йылына 13 млн. евроға ғына барып етә. -
Коммент.: 0 Просмотр.:8 Добавлено:
17 февраля 2012
- Далее...
Футбол буйынса Европа кубоктарының плей-офф уйындары старт алды. Европа лигаһының 1/16 финал осрашыуында "Локомотив" командаһы үҙ майзанында Испанияның "Атлетик" клубын ҡабул итте һәм уларҙы 2:1 иҫәбенә отоп, киләһе бәйгегә өҫтөнлөк менән сығасаҡ. Тик дәғүәсенең баш тренеры әйтеүенсә, уның тәрбиәләнеүселәре киләһе уйынға "Локо"ны еңер өсөн бөтә көсөн һаласаҡ тип белдерҙе. Ә бына быға тиклем ошо уҡ турнирҙа сығыш яһаған Ҡаҙандың "Рубин"ы Мәскәүҙә Грецияның "Олимпиакос" уйынсыларына 0:1 иҫәбенә еңелеп, хәлен мөшкөләйтте. Чемпиондар лигаһында 1/8 финал осрашыуҙарының тәүге уйындары үтте. "Зенит" үҙ майҙанында Португалияның "Бенфика" командаһы менән уйнап, уларҙы көсөргәнешле бәйгелә көскә 3:2 иҫәбенә еңде. -
Коммент.: 0 Просмотр.:14 Добавлено:
17 февраля 2012
- Далее...
Футбол буйынса клубтар араһында иң күп килемле команда булып етенсе йыл рәттән Испанияның "Реал"ы һанала. Ул 2010/11 миҙгел һөҙөмтәһе буйынса 479,5 млн. евро аҡса эшләгән. Икенсе урында уларҙан 30 млн. евроға ҡалышып, "Барселона" клубы килһә, Англияның «Манчестер Юнайтед»ы - 367 млн. евроға байыған. Ғөмүмән ул исемлектә Испаниянан - 3, Англиянан-6, Германиянан-4, Италиянан-5, Франциянан-2-шәр клуб ингән. Рәсәй командалары иһә, әлегә аҡса эшләү түгел ә уны түгеүҙән генә баштары сыҡмай. Эйе шул, ер байлыҡтары беҙҙә бихисап, уларҙың кимәленә етер өсөн булғанын эшлекле итеп тотонор кәрәк тә бит, булмай шул... -
Коммент.: 0 Просмотр.:12 Добавлено:
10 февраля 2012
- Далее...
Мини-футбол, икенсе төрлө әйткәндә футзал спорт төрө менән 1920 йылдарҙа Бразилия уйынсылары башлап шөғөлләнә башлай. Бер ваҡыт футбол буйынса донъя беренселеге барғанда , Бразилия командаһы уйын алдынан күнекмәләрен залда шөғөлләнеп, ошо төр менән үҙ-ара футбол уйнай. Быны күреп ҡалып Австрия белгестәре йәһәт кенә үҙҙәренең етәкселегенә еткерә. Һәм улар ҙа мауығып китәләр. Аҙаҡтан уларҙан күреп Голландия, Испания, Италия кеүек илдәр ҙә мини-футболды үҙ итә. Хатта Голландия ошо төр буйынса үҙенең милли бернселеген уҙғара башлай. Йылдар үтә бара ул ҙур популярлыҡ яулап, бөтөн Европаны ялмап ала. 1974 йылда тәүге рәсми осрашыуҙа Италия менән Ливия командалары уйнап, тәүгеһе дәғүәсеһен 9:2 иҫәбенә ота. 1986 йылда һигеҙ команда ҡатнашлығында официаль булмаған чемпионат уҙа. Ә инде өс йылдан һуң тәүге официаль донъя беренселегенә лә сират етә. -
Коммент.: 0 Просмотр.:24 Добавлено:
8 февраля 2012
- Далее...
Бер ваҡыт Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыларына Европа клубтары мохтажлыҡ кисереп, беҙҙекеләрҙе үҙҙәрендә һынағандан һуң, уларҙан яйлап ҡотолорға булды. Башта Англияның «Эвертон» составында ике миҙгелдән ашыу уйнап, улар өсөн бары ун ғына осрашыу уҙғарған Динияр Билалетдинов, Мәскәүҙең «Спартак» командаһына барып, уның менән оҙайлы килешеү төҙөһә, күп тә үтмәй «Тоттенхэм» клубының элекке һөжүмсеһе Роман Павлюченко «Локомотив» менән килеште. Роман иһә, «Тоттенхэм»ға 2008 йылдан уйнап, улар өсөн 113 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 42 тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Хәҙер килеп билдәле футболсы Андрей Аршавинға ла сумаҙанын төйнәргә ваҡыт етеп килә, буғай. Ул да үҙенең «Арсенал» составында рейтингын төшөрөп, быйылғы миҙгелдә ни бары тапҡыр гол индерә. Махачкаланың «Анжи» командаһы уның менән ҡыҙыҡһыныуын белдергән. Шулай уҡ Германияның «Штутгарт» командаһы өсөн өс миҙгел уйнағандан һуң, Рәсәй йыйылма командаһы һөжүмсеһе Павел Погребняк карьераһын Англияның «Фулхэм» клубында миҙгел тамамланғансы дауам итмәксе. Ул, «Штутгарт»та 90 осрашыу үткәреп, 22 туп индергән.
Рәсәй футболсыларынан Марат Измайлов Португалияның «Спортинг» командаһында уйнаһа, Дмитрий Булыкин Голландияның «Аякс» клубында уңышлы ғына старт алды. 11 уйында биш тапҡыр гол индергән. -
Коммент.: 0 Просмотр.:23 Добавлено:
2 февраля 2012

» «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш ко ...
» Антти Пильстрем: «Өфөлә көй ...
» "Салауат Юлаев " - "Северсталь" - 2:1(буллит)
» Евгений Гараничев һигеҙенсе алтын яуланы
» Мария Шарапова финалда!
» Силәбе башҡорт егете Мексикала билдәл ...
» Гараничев өсөнсө
» Зайцева- икенсе, Вилухина - алтынсы
» Александр Радулов өфөләр өс ...
» "Газпром" СКА-ға кубокты һатып аласаv ...
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 2
| Googlebot | Yandex |
Гостей: 3
Всех: 5
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Войти на сайт







