- Далее...

"Спартак-Нальчик" футболсылары Ҡаҙанда урындағы "Рубин" командаһы менән 1:1 иҫәбенә уйнап, лидерлыҡ позиияһын һаҡлап ҡалды. Ике йыл рәттән Рәсәй беренселеге алдыңғылығын бирмәгән Ҡорбан Бердыевтың командаһы ла, йыуыш, әммә башынан аша һикереп маташҡан клубҡа "асҡыс" таба алмай, дуҫтарса айырылышты. Хәҙер Нальчик уйынсылары биш уйындан һуң, 11 мәрәй менән турнир таблицаһының түрендә япа-яңғыҙ ҡалды. -
Коммент.: 0 Просмотр.:492 Добавлено:
13 апреля 2010
- Рәсәй беренселегенең Премьер-лига командаларының 13 апрелгә ҡарата турнир таблицаһыДалее...
1. Спартак-Нальчик 5 11
2. ЦСКА 4 10
3. Зенит 4 10
4. Рубин 5 9
5. Спартак 5 8
6. Томь 5 8
7. Терек 5 8
8. Ростов 5 7
9. Амкар 5 7
10. Анжи 5 7
11. Локомотив 5 6
12. Динамо 5 5
13. Кр. Советов 5 3
14. Сатурн 5 3
15. Алания 5 2
16. Сибирь 5 1 -
Коммент.: 0 Просмотр.:1336 Добавлено:
13 апреля 2010
- Далее...

Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең бишенсе туры ла артта ҡалды. Күптән инде Премьер-лигала үҙ урынын тапҡан лидерҙар, үҙ дәғүәселәрен отоп, еңеү байрам итте. Әйтәйек, ЦСКА ҡунаҡта "Алания" футболсыларын 3:1 иҫәбенә отһа, "Спартак" иһә "Терек" клубын 2:1 иҫәбенә еңде. Көтмәгәндә чемпионат лидеры булып киткән "Спартак-Нальчик" командаһы бөгөн Рәсәй чемпионы, Ҡаҙандың "Рубин" футболсылары менән уйнаясаҡ. Турнир таблицаһына килгәндә, әлегә өс команда - "Спартак-Нальчик", ЦСКА һәм "Зенит" 10-шар мәрәй менән беренсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә. Ҡалған командалар ошондай иҫәпкә таралышты: "Зенит" - "Локомотив" - 1:0, "Ростов" - "Амкар" - 2:1, "Себер" - "Анжи" - 2:4, "Динамо" - "Томь" - 0:0, "Кр. Советов" - "Сатурн" - 2:1. -
Коммент.: 0 Просмотр.:1435 Добавлено:
12 апреля 2010
- Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига командаларының беренселеге башланып, 16 клуб старт алды. Уға ла финанс көрсөгө ҡағылмай үтмәне. Мәскәүҙең, икенсе төрлө әйткәндә, Лужковтың «Мәскәү» командаһы ошо ағымға эләгеп, беренселектән бөтөнләй төшөп ҡалды. Уның урынына Владикавказ ҡалаһының «Алания» футболсылары сығыш яһаясаҡ. Әлегә беренсе турҙа «Динамо» «Спартак»ты – 1:0, «Рубин» «Локомотив»ты – 2:0, «Терек» «Себер»ҙе – 2:0, «Томь» «Ростов»ты – 2:0, «Зенит» «Кр. Советов»ты – 1:0 һәм ЦСКА «Амур»ҙы 1:0 иҫәбенә отто. «Атлант» менән «Сатурн» – 1:1, «Анжи» менән «Спартак-Нальчик» 0:0 иҫәбенә айырылышты.Далее...
* * *
Чемпиондар лигаһында сығыш яһаусы ЦСКА командаһы, 1/8 финалда Испанияла урындағы Севилья футболсыларын 2:1 иҫәбенә отоп (беренсе осрашыу 1:1 иҫәбенә тамамлана), сирекфиналға сыҡты. -
Коммент.: 0 Просмотр.:1209 Добавлено:
17 марта 2010
- Далее...
Дүрт йыл буйына Голландия белгесе, билдәле тренер Гус Хиддинк ҡулы аҫтында сығыш яһаған Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы уның етәкселегендә һуңғы осрашыуын үткәрҙе. Беҙҙең егеттәр Венгрияла урындағы футболсылар менән дуҫтарса осрашыу уҙғарҙы. Уйын әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә булмағанға күрәме икән, Рәсәй футболсылары матур сығышы менән тренерын һуңғы тапҡыр булһа ла ҡыуандыра алманы. Уйын 1:1 иҫәбенә тамамланды. Голды беҙҙекеләрҙән Динияр Билалетдинов индерҙе. Голландия белгесенең контракты июлгә тиклем булһа ла, ул Рәсәйгә, моғайын, башҡаса килмәҫ. Сөнки футболсыларыбыҙҙың бүтән рәсми уйындары ошо ваҡытҡа тиклем булмай. Августан иһә Гус Хиддинк Төркиә йыйылма командаһын етәкләйәсәк. -
Коммент.: 1 Просмотр.:1026 Добавлено:
6 марта 2010
- Футбол буйынса Рәсәй беренселеге тамамланырға бер тур алдынан, Татарстандың «Рубин» командаһы йәнә чемпионлығын иҫбатлап, икенсе йыл рәттән ҙур уңышҡа өлгәште. Һуңғы тур уға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс менән янамай. Сөнки «Рубин»ды ҡыуып етергә маташҡан Мәскәүҙең «Спартак» футболсылары, әлеге турҙа ЦСКА-ға 2:3 иҫәбенә отолоп, әҙ генә булған мөмкинлеген дә юғалтты. Шулай итеп, «Рубин» – чемпион, «Спартак» иһә көмөш миҙал менән генә ҡәнәғәтләнде.Далее...
Ә бына бәхетле өсөнсө урын өсөн әле көрәш буласаҡ. Уға хатта ЦСКА уйынсылары ла дәғүә итә. Тик бында өҫтәрәк килеүселәрҙең нисек уйнауы йоғонто яһаясаҡ. Әйтәйек, «Зенит» менән «Локомотив»тың бронзаға өмөтө ҙурыраҡ. -
Коммент.: 0 Просмотр.:1670 Добавлено:
28 ноября 2009

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 0
| Отсутствуют. |
Гостей: 7
Всех: 7
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Войти на сайт







