- Далее...
Ҡаҙандың «Рубин» командаһы Чемпиондар лигаһының дүртенсе квалификацион уйынын Францияла «Лион» футболсылары менән уҙғара. Быға тиклем Татарстан уйынсылары билдәле «Динамо» (Киев) клубын ике рәт отоп, уны бәйгенән төшөрөп ҡалдырғас, «Лион»ға ла ҡаршы уйынды уңыштан башлағайны. Улар осрашыуҙың өсөнсө минутында уҡ иҫәпте асты. Тик, хужалар күп көттөрмәй, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Ә инде һуңынан йәнә ике тапҡыр уңышҡа ирешеп, иҫәпте 3:1 үҙ файҙаһына еткерә. Ҡорбан Бердыевтың тәрбиәләнеүселәренә төп бәйгегә эләгер өсөн, «Лион»ды икенсе уйында ҙур айырма менән оторға кәрәк. Һәр хәлдә баш тренерҙары ошоға ышана. -
Коммент.: 1 Просмотр.:272 Добавлено:
17 августа 2011
- Далее...
Рәсәй йыйылма командаһының билдәле ярымһаҡсыһы, Лондондың «Челси» клубында уйнап, уның составында чемпион булған Юрий Жирков ҡабаттан тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Ул ЦСКА-ға түгел, ә «Анжи» командаһына юл тотто. Контракт дүрт йылға иҫәпләнгән. Шулай итеп, Махачкала клубы үҙ составына «йондоҙ»ҙарҙы саҡырыуын дауам итә. -
Коммент.: 0 Просмотр.:427 Добавлено:
5 августа 2011
- Яңыраҡ футбол буйынса Рәсәй беренселегенең икенсе дивизион командалары сираттағы 16-сы турын уҙғарҙы. «Өфө» футболсылары, ниһайәт, дәғүәсенең ҡапҡаһына асҡыс табып, «Носта» клубын 3:0 иҫәбенә отоп ҡайтарҙы. Был еңеүҙән һуң Андрей Канчельскистың тәрбиәләнеүселәре үҙ ҡумтаһына өс мәрәй һалып, турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысына үрләне. Ә бит өфөләрҙең күптән еңеү шатлығын кисергәне булмай. Һуңғы тапҡыр 12 июндә генә ҡунаҡта «Рубин – 2» командаһын 1:0 иҫәбенә отҡан була. Шунан башлап булған дәғүәселәре менән тик 0:0 иҫәбенә таралыша. Ә бына Учалының «Горняк» клубы уйынсылары әлеге турҙа «Челябинск» клубы менән дуҫтарса айырылышһа ла, бөтәһе 32 мәрәй менән таблицаның икенсе урынында урынлашты. Юғарыла –«Нефтехимик» /35 мәрәй/.Далее...
-
Коммент.: 0 Просмотр.:426 Добавлено:
5 августа 2011
- 2014 йылда Бразилияла буласаҡ футбол буйынса донъя беренселегенең йәрәбәһе үтте.Далее...
Рәсәй йыйылма командаһы «Ғ» төркөмөнә эләгеп, чемпионатҡа путевка яулар өсөн Португалия, Израиль, Төньяҡ Ирландия, Әзербайжан һәм Люксембург футболсылары менән көс һынашасаҡ. Әлбиттә, Рәсәй өсөн был илдәр командаларының һәр береһе таныш. Һуңғыһы менән бигерәк тә йыш осрашабыҙ. Шул уҡ Израиль дә беҙҙең егетьтәргә бер ваҡыт ныҡлы дәрес үткәргәйне. Ғөмүмән, 2000 йылдан алып беҙҙең команда улар менән биш тапҡыр осрашып, өсәүһендә отолдо, тик берәүһендә генә еңеү Рәсәй яғында булды. Уйланырға урын бар. Төньяҡ Ирландия ла көсһөҙ дәғүәселәр иҫәбенә инмәй. Һәм бына иң төп дәғүәсе – Португалия. Уның менән Рәсәйҙең эштәре йүнләп бешкәне юҡ. Бешмәҫ тә инде, моғайын. Төркөмдә беренсе урын алырға хыялланмаһаҡ та, икенсегә сығырға өмөт бар. Әзербайжан командаһы менән уйнағаныбыҙ юҡ. Уның менән бер тапҡыр ғына осрашып, еңеү беҙҙең яҡта була.
Шулай итеп, алда беҙҙе бик ҡыҙыҡлы уйындар көтә. -
Коммент.: 1 Просмотр.:2414 Добавлено:
1 августа 2011
- Футбол буйынса Рәсәй кубогының 1/16 финал уйындары уҙғайны. Премьер-лиганың биш командаһы ошо этапты үтә алмай, әле үк төп бәйгенән төшөп ҡалды. Уҙған миҙгелдә уйнатылған кубоктың еңеүсеһе, ЦСКА командаһы «Волгарь-Газпром» уйынсыларына ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, мәсхәрәле рәүештә уларҙан еңелде. Шулай уҡ «Краснодар», «Спартак-Нальчик», «Кубань» һәм «Кр. Советов» командалары кубок өсөн көрәштән баш тартты.Далее...
-
Коммент.: 1 Просмотр.:402 Добавлено:
20 июля 2011
- Өфөнөң Рәсәй беренселегенең беренсе дивизионында сығыш яһаусы «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар футбол командаһы сираттағы ике уйынын Екатеринбургта уҙғарҙы. Тәүге осрашыуҙа Башҡортостан һылыуҙары урындағы «Фемида» клубын 2:0 иҫәбенә отһа, икенсеһендә уларҙы 3:0 иҫәбенә ҡыйратты.Далее...
Ғөмүмән, «Ағиҙел» уйынсылары «Центр-Урал» төбәгендә һигеҙ уйын уҙғарып, бишеһендә еңеү шатлығын байрам итә. Улар ошо һөҙөмтә буйынса үҙ зонаһында лидерҙар төркөмөнә инә. -
Коммент.: 0 Просмотр.:476 Добавлено:
20 июля 2011

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 7
Всех: 8
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Войти на сайт







