- Далее...
СССР-ҙың йыйылма һәм "Динамо" (Мәскәү) командаһының данлыҡлы һаҡсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары, һигеҙ тапҡыр донъя беренселеге чемпионы, күп тапҡыр Европа һәм СССР чемпионаты еңеүсеһе Валерий Васильев, ауырығандан һуң 63 йәшендә вафат булды. Васильев 17 миҙгел буйына "Динамо" (Мәскәү) флагы аҫтында сығыш яһай. СССР беренселегендә 617 осрашыу үткәреп, 71 тапҡыр гол индерә. 1984 йылда спорт карьераһын тамамлай, әммә 1989-1990 йылдарҙа Венгрияның "Уйпешт" клубы өсөн 15 уйын уҙғара. -
Коммент.: 0 Просмотр.:65 Добавлено:
20 апреля 2012
- Далее...
Быйыл йәй Лондонда башланасаҡ сираттағы йәйге Олимпия уйындарына Башҡортостандан Рәсәй йыйылма командаһы составында ун спортсыға яҡын яҡташтарыбыҙ ҡатнашасаҡ. Улар араһында икәүһе билдәле инде. Белорет ҡалаһы һылыуы, еңел атлетика буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, уҙған ике Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы Лилиә Шобухова /Шәһбалова/ һәм шулай уҡ еңел атлет Григорий Андреев. Кандидаттар булып билдәле фехтовальщик, Олимпия уйындары призеры Реналь Ғәниев, ауыр атлетика буйынса Олимпия уйындарының көмөш миҙал призеры Дмитрий Клоков, шулай уҡ шул уҡ төрҙән Ринат Кирәев, бокссылар Максим Контяков менән Елена Савельева, ишкәкселәр Анастасия Сергеева һәм Илья Первухин һанала. -
Коммент.: 0 Просмотр.:46 Добавлено:
21 марта 2012
- Далее...
Ҡайһы бер спортсыларыбыҙ, уңышһыҙлыҡтарынан ҡотола алмай аптырап, ярыш бөтөү менән үҙен бала тәрбиәләүгә бағышламаҡсы. Яңыраҡ биатлон буйынса донъя чемпионатынан һуң Анна Богалий-Титовец ошо ҡарарға килеп, урынын йәштәргә бирмәксе булды. Анастасия Мыскинанан үрнәк алһындар. Ул бит заманында теннис буйынса ярайһы ғына уңыштарға өлгәште лә, ваҡытында яратҡан шөғөлөнән китеп, хәҙер инде өсөнсө балаһын тапты. Өс малай − өс терәк. Афарин! Әлбиттә, был ҡатын-ҡыҙға ҡағыла. Сөнки ир-атҡа ғаилә ҡороп, бала тәрбиәләү спорт карьераһына кәртә түгел. Был йәһәттән, «Анжи» футбол командаһында сығыш яһаған Бразилия легионеры Роберто Карлосҡа етеүсе юҡ. Ул үҙ ихатаһында футбол командаһын төҙөп ята. Әлегә һигеҙ уйынсы балаһы бар. Билдәле Девид Бэкхем унан ҡап уртаға ҡалыша Рәсәй спортсылары ла ҡалышырға уйламай. Сергей Семактың үҙ дүрт балаһы һәм бер аҫрауға алған балаһы булһа, Сергей Игнашевич менән Павел Погребняк өсәр бала атаһы тигән исемде йөрөтә. Шулай уҡ хоккейҙан Илья Ковальчуктың, бокстан Константин Цзюның, Виталий Кличконың, көрәшсе Александр Карелиндың өсәр балаһы бар. -
Коммент.: 0 Просмотр.:93 Добавлено:
14 марта 2012
- Далее...
Быйыл Лондонда башланасаҡ сираттағы йәйге Олимпия уйындары башланыуға ярты йыл тирәһе ҡалыуға, Сәүд Ғәрәбстаны хөкүмәте үҙенең гүзәл зат спортсыларын ярыштан ситлетергә булды. Улар тик ир-аттарын ғына уйынждарға ебәрәсәк. Уларҙың ҡанундары буйынса шулай уҡ ҡатын-ҡыҙға машинаның руль артына ултырырға ярамай. Тағын килеп 2009 йылда Сәүд етәкселеге гүзәл затҡа спорт майҙансыҡтарында шөғөлләнергә тыйҙы. Улар фекерләүенсә, ҡыҙ кеше өйөнән алыҫ ир-ат янында күп ваҡытын үткәреү, йәмғиәт өсөн зарарлы. Әлегә тиклем уҡыу йорттарында ла үҫмер ҡыҙҙарға физик культура дәрестәре тыйылған. Сәүд Ғәрәбстаны кеүек әлегә тиклем бер ҙә Олимпия уйындарында ҡатнашмаған Катар менән Бруней илдәре һанала. -
Коммент.: 0 Просмотр.:86 Добавлено:
28 февраля 2012
- Далее...
Хәҙер ул Рәсәй йыйылма командаһына түгел, ә Махачкаланың "Анжи" клубын чемпион итмәксе. Үәт, аҡса нимә эшләтә кешене... Ә бит үҙе мин аҡса өсөн түгел, ә был төбәктәге футболды күтәрер өсөн килдем ти. Һәм шуны эшләйәсәкмен тип ышандырҙы. Ана хәтлем аҡса түләгәндә нишләп эшләмәҫкә ти... Ул бит Рәсәй командаһын етәкләгәндә лә был хәтлем килем алмай. Ҡот осҡос бит. Йылына 10 млн. евро аҡса таҙалата аласаҡ. Хатта донъялағы иң бай клубтар үҙҙәренең белгестәренә был тиклем баш эймәйҙәр... Испанияның "Реал"ында Моуриньо 7,5 млн евро алһа, Гвардиолыныҡы «Барселона»ла бары - 5,5. Сағыштырырлыҡ түгелме ни?... Беҙҙә аҡса күп, тик файҙалана ғына белмәйбез шул... Нисек кенә булмаһын ул "Анжи" менән 1,5 йылға килешеү төҙөй. -
Коммент.: 0 Просмотр.:147 Добавлено:
20 февраля 2012
- Далее...
Британия бокссыһы Дерек Чисоро, йоҙроғон төйнәп, бөтә донъяға ағалы-ҡустылы Кличколарҙың „йондоҙ”ло көндәре бөтәсәге хаҡында яр һалды. Сикәләне. Төкөрҙө... һәм һөҙөмтәлә үҙе мәсхәрәгә ҡалды. Кличколар сираттағы әтәстең кикреген һындырҙы. Алыш алдынан һәр бер дәғүәсеһен яманлай,, эй туҙыналар, эй вәғәҙә итәләр һәм нимә?.. Үҙҙәре ҡолай ҙа ҡуя. Әлегеһе бигерәк тә маҡтансыҡ булып сыҡты. WВС версияһы буйынса профессионалдар араһында донъя чемпионы Виталий Кличко, уға дәғүә итеүсе Британия бокссыһы Дерек Чисораға „дәрес” үткәреп, уны мәрәйҙәр һаны буйынса отто. Әлбиттә, тел менән һәр рәнйетеүе өсөн, Чисораны иҫәңгерәткәнсе ҡолатырға ине лә. Тик, Виталий әйтмешләй, ярыш ваҡытында һул ҡулын ауырттырып, уны тулыһынса файҙалана алмай. Нисек кенә булмаһын, Кличко йәнә еңде һәм билбауын һаҡлап ҡалды. -
Коммент.: 0 Просмотр.:118 Добавлено:
20 февраля 2012

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 6
Всех: 7
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Войти на сайт







