- Далее...
Өфөнөң Рәсәй Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Толпар» командаһы ошо уҙған ял көндәрендә Тольяттиҙа урындағы «Ладья» хоккейсылары менән ике осрашыу үткәргәйне. Тәүгеһендә Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре хужаларҙы 6:0 иҫәбенә отһа, икенсеһендә уларҙы 7:2 иҫәбенә еңде. Әлегә ошо 22 турҙан һуң «Толпар» 40 мәрәй менән турнир таблицаһының 10–12-се урындарын бүлешә.
Был бик насар күрһәткес түгел. Сөнки үҙ дивизионында (ә беренселектә 7-шәр клубтан торған дүрт дивизион сығыш яһай) улар өсөнсө урында килә.
Киләһе осрашыуҙарын «Толпар»ҙар 15 ноябрҙә үҙ майҙанында Ырымбурҙың «Белые тигры» үҫмерҙәре менән уҙғарасаҡ. -
Коммент.: 0 Просмотр.:491 Добавлено:
11 ноября 2010
- Далее...
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя беренселеге тамамланды. Юғары урын өсөн көсөргәнешле бәйгелә Латвия шашкасыһы Зоя Голубева, турнир буйынса лидер булып килгән Голландия спортсыһы Нина Хукманды блиц-матчта отоп, төп призды яуланы. Был инде уның донъяла 12-се тапҡыр уңышҡа өлгәшеүе. Өсөнсө почетлы урын өсөн Рәсәй шашкасыһы Матрена Ноговицына шул уҡ блиц-матчта украинка Дарья Ткаченконы еңеп, бронза миҙал алды. Ә бына билдәле яҡташыбыҙ, дүрт тапҡыр донъя чемпионы Тамара Таңһыҡҡужина уңышһыҙ сығыш яһап, Ольга Балтажи менән 5-6-сы урындарҙы бүлеште. -
Коммент.: 0 Просмотр.:888 Добавлено:
28 октября 2010
- Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя беренселеге старт алды. Төп приз өсөн Рәсәй, Голландия, Украина һәм Латвиянан алты спортсы көрәшкә сыға.Далее...
Рәсәй намыҫын Башҡортостандың билдәле шашкасыһы, халыҡ-ара шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа беренселеге еңеүсеһе Тамара Танһыҡҡужина менән яҡут ҡыҙы, донъя кубогын яулаусы 18 йәшлек Матрена Наговицына яҡлай. Шулай уҡ бәйгелә Голландия өсөн сығыш яһаған, СССР заманында ике тапҡыр чемпион булған, күп тапҡыр донъя беренселеге призеры, ветеран Нина Хукман-Янковская ла ҡатнашасаҡ. Ғөмүмән, һәр дәғүәсе чемпион исеменә лайыҡ. Шуға күрә бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы. -
Коммент.: 0 Просмотр.:1173 Добавлено:
19 октября 2010
- Далее...
Башҡортостандың Белорет районы һылыуы, билдәле спортсы Лилиә Шобухова АҠШ-та уҙған Чикаго марафонында ҡатнашып, уның еңеүсеһе булды. Ул ғына ла түгел яҡташыбыҙ Рәсәй рекордын 22 секундҡа яҡшыртты. Икенсе булып финишҡа Эфиопия йүгереүсеһе килһә, өсөнсө почетлы урынға тағы бер Рәсәй спортсыһы Мари Коновалова күтәрелде. Ул, еңеүсенән ике минут 25 секунтҡа артта ҡалды. Эфиопия вәкиле иһә Лилиәнән ике минут та 15 секундҡа ҡалышты. -
Коммент.: 0 Просмотр.:1220 Добавлено:
12 октября 2010
- Далее...

Теннис буйынса АҠШ-тың асыҡ беренселегендә Рәсәй тениссыһы Вера Звонарева, төп бәйгенең финалына сығып, үкенескә күрә отолдо. Ул финалда Бельгия спортсыһы Ким Клийстерс менән алышты. Был уңышлы ғына сығышынан һуң, Вера донъя рейтингы буйынса һигеҙенсе баҫҡыстан дүртенсегә күтәрелде. Ә бына башҡа ҡыҙҙарыбыҙ ун көслө тениссы исемлегенән берәм-берәм сығып бөтөп бара. Звонареванан тыш, унда бер Елена Дементьева ғына ҡалды. Ул 10-сы урында. Билдәле Светлана Кузнецова – 13-сө, Мария Шарапова – 15-се, Надежда Петрова 19-сы баҫҡыста урынлашҡан. Динара Сафина иһә бөтөнләй 59-сы урынға барып төштө. -
Коммент.: 0 Просмотр.:808 Добавлено:
15 сентября 2010
- Далее...

Профессиональ бокссы, IBF һәм WBO версияһы буйынса донъя чемпионы, Украина спортсыһы Владимир Кличко үҙенә тиң дәғүәсене һаман да күргәне юҡ. Бар улар, тик әтәсләнеүҙән башҡаға һәләттәре юҡ.
Был юлы Владимирға, бәйге алдынан йоҙроҡ төйнәгән, бишенсе раундта уға нокаут вәғәҙә иткән Нигерия бәһлеүәне Сэмуэл Питер сыҡты. Тик үҙе Кличконың йоҙроғонан нокаутҡа ҡоланы. Нишләйһең, бәлки, киләсәктә тағы ла берәй «әтәс» ҡанаттарын күрер... -
Коммент.: 0 Просмотр.:766 Добавлено:
15 сентября 2010

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 6
Всех: 7
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Войти на сайт







