- Далее...
Көнсығыш конференцияһының, ғөмүмән, КХЛ-дың грандтары Ҡаҙанда үҙ-ара берәр еңеү яулап, инде Өфөгә көс һынарға килде. Һәм сценарий буйынса һымаҡ, беренсе уйында ҡунаҡтар көслөрәк булып сыҡты. Дөрөҫөрәге, овертаймда әлегә күберәк «Аҡ барс» хоккейсыларына йылмая. Улар ике осрашыуға рәттән өҫтәмә ваҡытта уңышлы уйнап, «Салауат Юлаев»тан еңеүҙе тартып ала алды. Тәүгеһендә, ярай инде, үҙендә бер ҙә еңеү яулай алмаһа, бигерәк яҙыҡ булыр ине. Ә инде Өфөләге бәйгелә юлаевсылар үҙҙәренең һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында ҡунаҡтарға өҫтөнлөк бирҙе. Оҫта, тәжрибәле уйынсы Александр Свитов үҙенең эмоцияһын тыя алмай, юҡ-барға тәртип боҙоп, биш минутлыҡ штраф ала. Ошо мәл уйынды һындырҙы ла инде, моғайын. Владимир Крикуновтың тәрбиәләнеүселәре ошо ваҡытты тулыһынса файҙаланып, ҡапҡабыҙға ике яуапһыҙ гол сәпәне. -
Коммент.: 0 Просмотр.:109 Добавлено:
5 марта 2012
- Далее...
Германияла барған биатлон буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы биш ярыш һөҙөмтәһе буйынса ике бронза миҙал яулап, хәлен бер аҙ яҡшыртты? буғай. Тәүҙә командалар ҡатнаш эстафетала ярышты. Рәсәй командаһы − унда яҡташыбыҙ Ольга Вилухина, билдәле Ольга Зайцева, Дмитрий Малышко, Антон Шипулин составында бишенсе урын алды. Икенсе көндө спортсылар спринт бәйгеһендә уҙышты. Бында ла беҙҙекеләргә уңыш йылмайманы. Егеттәребеҙ бөтөнләй ун көслө спортсы исемлегенә инеүсе табылмаһа, ә инде ҡыҙҙарҙан Светлана Слепцова етенсе булһа, Ольга Вилухина финишта һигеҙенсе һөҙөмтә күрһәтте. Өсөнсө ярыш көнөндә улар эҙәрлекләү бәйгеһендә көс һынашты. Бында иһә башта Антон Шипулин Рәсәй өсөн тәүге миҙал яулаһа, Межгорье һылыуы Ольга Вилухина үҙ карьераһында тәүге ҙур уңышҡа өлгәште. Ул бары тик билдәле Дарья Домрачева менән Магдалена Нойнерҙан ҡала финишҡа өсөнсө булып килеп, бронза миҙалға эйә булды. -
Коммент.: 0 Просмотр.:81 Добавлено:
5 марта 2012
- Далее...
Биатлон буйынса донъя чемпионаты старт алды. Ярышты ҡатнаш эстафета командалары үҙҙәренең бәйгеһе менән башлап ебәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Рәсәй йыйылма командаһы уңышһыҙ сығышы менән финишта бишенсе ҡалды. Рәсәй өсөн яҡташыбыҙ Ольга Вилухина, шулай уҡ билдәле Ольга Зайцева, Дмитрий Малышко һәм Антон Шипулин сығыш яһаны. Еңеүсе булып Норвегия командаһы танылды. Аптыратҡыс Словения биатлонсылары - икенсе булһа, немецтар -өсөнсө. Киләһе спринт бәйгеһендә ҡыҙҙарҙан Ольга Вилухина, Ольга Зайцева, Светлана Слепцова һәм Анна Богалий-Титовец ҡатнашасаҡ. -
Коммент.: 0 Просмотр.:101 Добавлено:
2 марта 2012
- Венер Сафин, «СЮ» командаһының баш тренеры:Далее...

− Беҙҙе бар белгестәр ҙә «үлеп пары» тип иҫәпләй. Ризалашам, тик «Металлург» (Мг) та, «Авангард» та, «Аҡ барс» кеүек көслө дәғүәсе булыр ине. Беҙ, дәғүәсебеҙ кем булыуына ҡарамаҫтан, бәйгегә әҙербеҙ. Кәрәк булһа, ете осрашыуҙа ла еңеүсене асыҡлар өсөн таңға тиклем көрәшәсәкбеҙ.
Шулай итеп, сираттағы Гагарин кубогына һунар башланды. Быныһы инде дүртенсеһе була. Ике йыл рәттән Ҡаҙандың «Аҡ барс» командаһы уны «атып» алғандан һуң, уҙған миҙгелдә бәхет «Салауат Юлаев» хоккейсыларына ла йылмайҙы. Ғөмүмән, әлеге Көнсығыш конференцияһына етеүсе юҡ. Шуғамы икән инде Көнбайыш командалары быйыл йәне-тәне менән уны эләктереү өсөн ныҡлап көрәшмәксе. Бигерәк тә был йәһәттән СКА командаһы инде нисәнсе миҙгел еңен һыҙғанып ҡарай ҙа, ҡаршылыҡты үтә алмай ҙа ҡуя. Бағыусылары күпме кәрәк, шунса аҡса ла биреп ҡарай, етәкселәрен һайлай, уйынсыларын таба, тик һәр ваҡыт нимәлер етмәй ҡала. Быйыл нисек булыр? Һәр хәлдә улар төп бүләккә ныҡ итеп өмөт итә. Сөнки Санкт-Петербург Рәсәйҙең спорт державаһына әйләнеп бара. Газ бит беҙҙә етерлек… -
Коммент.: 0 Просмотр.:116 Добавлено:
1 марта 2012
- Далее...
Бик көсөргәнешле булмаҡ быйылғы плей-офф уйындары. Ҡайһы бер командалар төп бәйгегә сығып та, һуң булмаҫ борон баш тренерҙарынан баш тартырға булды. Әйтәйек, ЦСКА клубы даими беренселек тамаланыуға ике тур алдынан Юлиус Шуплерҙы отставкаға ебәрһә, ә инде "Северсталь" командаһы етәкселеге плей-офф башланыр алдынан баш тренеры Дмитрий Квартальновты эшенән бушатты. Уныһы бигерәк тә аптыратҡыс. Квартальнов ике йыл эш дәүерендә тәрбиәләнеүселәрен ике рәт төп бәйгегә сығара, тик быныһы һуңғыһы була. -
Коммент.: 0 Просмотр.:89 Добавлено:
29 февраля 2012
- Далее...
Быйыл Лондонда башланасаҡ сираттағы йәйге Олимпия уйындары башланыуға ярты йыл тирәһе ҡалыуға, Сәүд Ғәрәбстаны хөкүмәте үҙенең гүзәл зат спортсыларын ярыштан ситлетергә булды. Улар тик ир-аттарын ғына уйынждарға ебәрәсәк. Уларҙың ҡанундары буйынса шулай уҡ ҡатын-ҡыҙға машинаның руль артына ултырырға ярамай. Тағын килеп 2009 йылда Сәүд етәкселеге гүзәл затҡа спорт майҙансыҡтарында шөғөлләнергә тыйҙы. Улар фекерләүенсә, ҡыҙ кеше өйөнән алыҫ ир-ат янында күп ваҡытын үткәреү, йәмғиәт өсөн зарарлы. Әлегә тиклем уҡыу йорттарында ла үҫмер ҡыҙҙарға физик культура дәрестәре тыйылған. Сәүд Ғәрәбстаны кеүек әлегә тиклем бер ҙә Олимпия уйындарында ҡатнашмаған Катар менән Бруней илдәре һанала. -
Коммент.: 0 Просмотр.:86 Добавлено:
28 февраля 2012

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 6
Всех: 7
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Войти на сайт







