- Далее...
Апрель айы яҡынлашҡан һайын хоккей буйынса Гагарин кубогына плей-офф уйындары ҡыҙыулаша бара. Һуңғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, моғайын быйылғы миҙгелдә йыһанға икенсе берәй команда осасаҡ. Сөнки берҙән уның уҙған миҙгел еңеүсеһе «Салауат Юлаев» хоккейсылары тәүге стадияла ла уҡ төшөп ҡалһа, ике йыл рәт кубокк эйә булған Ҡаҙандың «Аҡ барс» клубының рәте әллә ни һәйбәт түгел. Сирекфиналда даими беренселек еңеүсеһе Силәбенең «Трактор»ына ике осрашыуҙа отолғас, үҙендә уларҙы көскә овертаймда 2:1 иҫәбенә еңә. Әлегә унда дөйөм иҫәп − 2:1. «Трактор» файҙаһына. Шулай уҡ Омскиҙың «Авангард»ы өсөнсө уйында Магнитогрскиҙа урындағы «Металлург» уйынсыларын 3:1 иҫәбенә отоп, серияла алға сыҡты.
Көнбайыш конференцияһында ла бәйге ҡыҙыу бара. СКА командаһы тәүге ике уйында «Атлант» хоккейсыларын ике рәт еңел генә ҡыйратҡас, өсөнсөһөндә абынды. Мәскәү өлкәһе командаһы уларҙы өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә еңде. Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы ла үҙендә «Динамо» (Мәскәү) командаһына бер еңеүҙе биргәс, ҡунаҡта ла һыр бирмәй, хужаларҙы овертаймда 4:3 иҫәбенә отто. -
Коммент.: 0 Просмотр.:47 Добавлено:
19 марта 2012
- Далее...

Ханты-Мансиҙа биатлон буйынса донъя кубогының һуңғы этабы старт алды. Рәсәй спортсылары өсөн туған трассаһы ла ярҙамға килә алманы. Улар ике бәйгелә лә подиумһыҙ ҡалды. Хатта ун көслө биатлонсы исемлегенә инә алманылар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан билдәле Ольга Зайцева һәм шулай уҡ яҡташыбыҙ Ольга Вилухина ла стартҡа сыҡманы. Донъя чемпионатынан һуң, инде бала тәрбиәләләргә ышаныс белдергән Анна Богалий Титовец был ярышта 35-се урын алды. Һәм бәйгенән һуң әйткән һүҙҙәрен киренән алып, киләсәктә ярышасағына ышаныс белдерҙе. -
Коммент.: 0 Просмотр.:42 Добавлено:
16 марта 2012
- Далее...
Йәл, "Атлант"... Гагарин кубогының сирекфиналында СКА хоккейсылары икенсе уйында ла Мәскәү өлкәһе командаһын 7:1 иҫәбенә ҡыйратып, ҙур өҫтөнлөк менән отто. Күрәһең, Санкт-Петербург быйыл кубок өсөн ең һыҙғанып йәбешмәксе. Әллә ысынлап та уларҙы туҡтатыуы ауыр, әллә юлында осраған дәғүәселәре һуҡыр тиңгә лә тормай... Уйлап караһаң ысыныда шулай һымаҡ тойола. ЦСКА-ны ла яманлағандан түгел, тик "Атлант" та уларҙан әллә нимәһе менән айырылмай һымаҡ. Шул Мәскәүҙең "Динамо"һы ғына пан Ржиганың тәрбиәләнеүселәрен урынына ултыртмаһа, финалға сыҡҡан һүрәттә, Көнсығыш конференцияһының командаһы моғайын кемдең кемлеген уларға күрһәтер. "Торпедо" ла бирешергә уйламай. Икенсе осрашыуҙа улар "Динамо" уйынсыларын овертаймда 3:2 иҫәбенә еңеп, серияны тигеҙләне. -
Коммент.: 0 Просмотр.:45 Добавлено:
16 марта 2012
- Далее...
Гагарин кубогының сирекфинал уйындары үтте. Көнбайыш конференцияһында төп призға дәғүәсе булып һаналған СКА командаһы «Атлант» хоккейсыларын ҡабул итте һәм уларҙы 4:0 иҫәбенә отто. Шулай уҡ «Динамо» /Мәскәү/ уйынсылары ла Түбәнге Новгородта урындағы «Торпедо»ны 1:0 иҫәбенә еңеп, серияны еңеүҙән башланы. Көнсығышта Силәбенең «Трактор» клубы «Аҡ барс»ты ҡабул итеп, уларҙы 3:1 иҫәбенә ҡыйратһа, Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһы Омскиҙа «Авангард»ты овертаймда 1:0 иҫәбенә еңде. -
Коммент.: 0 Просмотр.:537 Добавлено:
15 марта 2012
- Далее...
Шулай итеп КХЛ-дың иң һөҙөмтәле һөжүмсеһе, "Салауат Юлаев" командаһы составында ике тапҡыр чемпион булған билдәле уйынсы Александр Радулов, киләһе миҙгелдән НХЛ-да уйнауы мөмкин. Был хаҡта өфөләрҙең баш тренеры Венер Сафин да белдерҙе. - Уның өсөн беҙҙәге миҙгел тамамдыр, моғайын. Сөнки күптән инде уға хоҡуғы булған НХЛ-дың "Нэшвилл" клубы етәкселеге Сашаны үҙенә кабаттан саҡыра. Әлбиттә, Радуловтың үҙенән тора. Берҙән юлаевысылар менән уның контракты тағы бер йыл булһа, икенсенән үҙ-ара килешеү буйынса ул теләһә америкаға китә ала. Шуға күрә, әле бер нимә тип тә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Ваҡыт күрһәтер. -
Коммент.: 0 Просмотр.:85 Добавлено:
14 марта 2012
- Далее...
Ҡайһы бер спортсыларыбыҙ, уңышһыҙлыҡтарынан ҡотола алмай аптырап, ярыш бөтөү менән үҙен бала тәрбиәләүгә бағышламаҡсы. Яңыраҡ биатлон буйынса донъя чемпионатынан һуң Анна Богалий-Титовец ошо ҡарарға килеп, урынын йәштәргә бирмәксе булды. Анастасия Мыскинанан үрнәк алһындар. Ул бит заманында теннис буйынса ярайһы ғына уңыштарға өлгәште лә, ваҡытында яратҡан шөғөлөнән китеп, хәҙер инде өсөнсө балаһын тапты. Өс малай − өс терәк. Афарин! Әлбиттә, был ҡатын-ҡыҙға ҡағыла. Сөнки ир-атҡа ғаилә ҡороп, бала тәрбиәләү спорт карьераһына кәртә түгел. Был йәһәттән, «Анжи» футбол командаһында сығыш яһаған Бразилия легионеры Роберто Карлосҡа етеүсе юҡ. Ул үҙ ихатаһында футбол командаһын төҙөп ята. Әлегә һигеҙ уйынсы балаһы бар. Билдәле Девид Бэкхем унан ҡап уртаға ҡалыша Рәсәй спортсылары ла ҡалышырға уйламай. Сергей Семактың үҙ дүрт балаһы һәм бер аҫрауға алған балаһы булһа, Сергей Игнашевич менән Павел Погребняк өсәр бала атаһы тигән исемде йөрөтә. Шулай уҡ хоккейҙан Илья Ковальчуктың, бокстан Константин Цзюның, Виталий Кличконың, көрәшсе Александр Карелиндың өсәр балаһы бар. -
Коммент.: 0 Просмотр.:93 Добавлено:
14 марта 2012

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 5
Всех: 6
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Войти на сайт







