- Далее...
Ыстамбулда майҙан эсендә үткән еңел атлетика буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы бары бер генә миҙал яулап, биатлонсыларҙан ҡала йәнә мәсхәрәгә ҡалды. Ә бит оҙаҡламай йәйге Олимпия уйындары башланыуға ла күп ҡалманы. Нимәгә өмөт итергә ҡала инде хәҙер? Күреүебеҙсә, СССР тарҡалғандан һуң, Рәсәй әлегә тиклем уның емештәрен һурып бөтөп, ҡалдыҡтарын бөртөкләй. Улары ла күп калманы... Шулай итеп спорт өлкәһендә лә Рәсәй артҡа тәгәрәй башланы. Ҡыҙғаныс. Ә әлегә Төркиәнән Рәсәй өсөн бер генә алтын миҙал яулаған ҡолға менән бейеклеккә һикереүсе билдәле Елена Иҫәнбаева ғына маһая ала. -
Коммент.: 0 Просмотр.:72 Добавлено:
13 марта 2012
- Далее...
Ольга Вилухина, донъя беренселеге призеры:
– Чемпионат минең өсөн уңышлы булды тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Миҙал яуланым. Бәхетлемен. Маһайырға урын юҡ, алда үҙ-үҙем өҫтөндә эшләйһе эштәрем күп.
Көтөп алған яҙҙың матур байрамы күңелгә наҙ бирһә лә, шул көндәрҙә спорт өлкәһендә үткән ярыштар Башҡортостан һәм шулай уҡ Рәсәй көйәрмәндәре өсөн көйөнөслө булды. Тәүгеһе өсөн яратҡан «Салауат Юлаев» командаһының чемпион булараҡ тәүге стадияла уҡ плей-оффтан төшөп ҡалыуы булһа, Рәсәй биатлонсыларының донъя чемпионаты тарихында уңышһыҙ сығышы, бар спорт һөйөүселәрҙе хафаға һалды.
«Салауат Юлаев» тигәндән, нишләйһең, еңелде инде. Тимәк, бөгөн «Аҡ барс» юлаевсыларҙан көслөрәк булып сыҡты. Бәхет тә күберәк улар яғына йылмайҙы. Был еңелеүҙе күп сәйнәүҙән хәҙер еңеллек алып булмаҫ, оноторға кәрәк. -
Коммент.: 0 Просмотр.:56 Добавлено:
12 марта 2012
- КХЛ беренселеге плей-офф уйындарының тәүге 1/4 финал командалары билдәле булды. Көнбайыш конференцияһында СКА хоккейсылары "Атлант" менән сәкәләшһә, үҙ тарихында башлап ҙур уңышҡа өлгәшкән "Торпедо" клубы "Динамо" (Мәскәү) менән ярымфиналға сығыр өсөн көрәшәсәк.Далее...
-
Коммент.: 0 Просмотр.:39 Добавлено:
10 марта 2012
- Шулай итеп Көнбайыш төркөмөнөң өсөнсө сирекфиналсыһы билделе булды. "Атлант" командаһы алтынсы хәл иткес бәйгелә Череповец ҡалаһында урындағы "Северсталь" хоккейсыларын 2:1 иҫәбенә алдырып, дөйөм 4:2 иҫәбенә еңде. Ә бит хужалар күп ваҡыт ҡунаҡтарҙы 1:0 иҫәбенә отоп килгән була. Иҫәп тигеҙләнгән сүрәттә лә, уларҙың мөмкинлеге күп була, әммә һөҙөмтәгә ирешә алмағас, төп ваҡыт тамаланыуға 5 минут тирәһе ҡалғанда "Атлант" уңышҡа өлгәшә һәм сирекфиналға сыға.Далее...
-
Коммент.: 0 Просмотр.:44 Добавлено:
8 марта 2012
- Урр-ррааа!!! еңдек! Куптәр ышанды беҙҙең тоғро юлаевсыларға... Куптәр бит инде бигерәк тә үҙәк матбуғат саралары өфөләрҙең уйындарына ышанысын юғалтып, уларҙың мин-минлегенә инанды. Кем белә, бәлки уның да урыны барҙыр, әммә беҙ көйәрмәндәр хоккейсыларыбыҙҙың профессионализмына ышанабыҙ. Бөгөн команда еңде. Свитов яуап бирҙе, Зиновьев кем-кемлеген белдерҙе. Егеттәребеҙ әле моғайын үҙҙәрен күрһәтер.Ҡалған уйындарҙа "Трактор" бишенсе осрашыуҙа "Югра"ны 1:0 иҫәбенә отоп, 1/4 финалға сыҡты. Шулай уҡ "Металлург" (Мг.) "Барыҫ" хоккейсылырын овертаймда 4:3 иҫәбенә еңеп, серияны дауам итте.Далее...
-
Коммент.: 0 Просмотр.:201 Добавлено:
7 марта 2012
- Далее...
Барыһы ла ҡаршы булды был көндө юлаевсыларға... Башта икенсе осор бөтмәҫ борон боҙ майҙансығының һаҡлай торған ҡорамалы ватылып, командалар алдан тәнәфескә китһә, һуңынан сығыуҙарына ҡапҡа нығынған урында боҙға һыу сығып оҙаҡ ваҡыт ҡаҡшатты. Былай ҙа юлаевсылар ҡунаҡтарға 0:1 иҫәбенә отолоп килгәндә, был "Аҡ барс" уйынсыларына ҡулай былды кеүек. Сөнки улар йәнә уңышҡа өлгәшеп, еңеүен нығыта төшә. Ғөмүмән, Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәренә ниҙер булды. Улар КХЛ-да артыҡ уйынсыны файҙаланыу буйынса беренселек буйына алдыңғылыҡта булып, хәҙер хатта ике артыҡ уйынсыны ла файҙалана алмай интегә. Дә-ә... Әлбиттә өмөт бар, тик былай уйнаһалар киләһе раундҡа сыҡмауы хәйерле. Шулай ҙа ышанабыҙ һәм өмөт итәбеҙ. Ҡаҙанды алһаҡ, унда инде күҙ күрер.
"Авангард" үҙ дәғүәсеһен көтә. Улар сыҡты. "Барыҫ"ҡа ла күп ҡалманы тиһәк, ҡабаланыу булыр сөнки "Металлург", үҙ һүҙен әйтер әле. Әлегә дүртенсе осрашыуҙа Ҡаҙағстан уйынсылары Магнитогорск командаһын 4:1 иҫәбенә еңеп, серияла дөйөм 3:1 иҫәбенә алға сыҡты. "Югра" был юлы ҡаршылашмай әңелергә булды. "Трактор" уларҙы 6:3 иҫәбенә отоп, серияны 3:1 менән алып бара. -
Коммент.: 0 Просмотр.:96 Добавлено:
6 марта 2012

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 4
Всех: 5
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur

Войти на сайт





