- ВАНКУВЕРҘАҒЫ ҡышҡы Олимпия уйындары финиш һыҙығына яҡынлаған һайын Рәсәй спортсылары көндән-көн ҡыуандырыуын дауам итә. Ошо уҙған дүрт көн эсендә улар дөйөм ҡумтаһын туғыҙ миҙалға байытты. Хәҙер спортсыларыбыҙ иҫәбендә өс алтын, дүрт көмөш һәм алты бронза миҙал бар. Бигерәк тә баштан уңышһыҙ сығыш яһаған биатлонсыларыбыҙ һөйөндөрҙө. Башта Евгений Устюгов масс-стартта юғары уңышҡа өлгәшһә, һуңынан ҡыҙҙарыбыҙ, эстафетала бар дәғүәселәрен артта ҡалдырып, финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Шулай уҡ Ольга Зайцева масс-стартта көмөш миҙалға эйә булды.Далее...
Саңғысыларыбыҙ ҙа ярайһы ғына уңышҡа өлгәште. Улар иҫәбендә – ике бронза. Конькиҙа фигуралы шыуып бейеүҙә лә Рәсәй дуэты өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Быға тиклем Ванкуверҙа бронза миҙал яулаған Иван Скобрев был юлы көмөш миҙал алды. Ул 10000 метр араны икенсе булып үтте. Бобслейсылар ҙа беҙгә бронза миҙал килтерҙе.
Шулай итеп, уйындарҙың 12 көнөнән һуң Рәсәй спортсылары дөйөм 13 миҙал менән етенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Юғарыла АҠШ вәкилдәре килә. Улар әлегә ете алтын, туғыҙ көмөш һәм ун бронза миҙал яулаған. Немецтар ҙа ҡалышмай (ете алтын, туғыҙ көмөш, ете бронза миҙал).
Н. ТИМЕРОВ. -
Коммент.: 0 Просмотр.:1703 Добавлено:
24 февраля 2010
- Далее...
тине ҡырҡты уҙған ағайҙар. Ҡайҙа икән ул үҫмер саҡтар?.. Йәйҙе еткерә алмай, ҡышын көрт кисеп, туп артынан саба торғайныҡ. Ауыл ерендә элек спорт залы булманы, шуға күрә йыл һуҙымында, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тыштан инмәнек. Ә хәҙер нимә?.. Шөғөлләнәм тиһәң, бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Уйна ла уйна. Күптәребеҙҙең инде йәше 30 – 40-тан уҙып, олпатланып өлгөрһәк тә, беҙ, матбуғат һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусыларына ҡаршы мини-футбол буйынса турнирҙа ҡатнашырға батырсылыҡ иттек. Был бәйге үҫеп килеүсе йәш быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спорт һәм физик культураны популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең мәктәп уҡыусылары араһында спартакиада үткәреү тураһындағы ҡарарына ярашлы үткәрелде. Турнирҙа Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы һәм Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары беҙгә ҡаршы һынау тотто. -
Коммент.: 0 Просмотр.:1535 Добавлено:
24 февраля 2010
- Далее...

Булһа була бит… Бер уйында ғына ике команда дөйөм 840 минут штраф алып, хатта НХЛ клубтарын ике тапҡырға уҙа һәм донъя рекордын ҡуя. КХЛ беренселегенең сираттағы турында Чеховтың «Витязь» командаһы Омск ҡалаһының «Авангард» уйынсыларын ҡабул итә. Осрашыу башланыуға дүрт минут та үтмәй, боҙға сыҡҡан хоккейсылар, сәкәндәрен ташлап, ҡул һуғышына күсә. Бер аҙҙан, ғәйеплеләр штраф эскәмйәһенә ултыртылып, уйын йәнә дауам итә. Бер нисә секунд үтеүгә йәнә ыҙғыш башлана. Ул арала осрашыу башланыуға бер сәғәт ваҡыт үтә. Хөкөм итеүселәр быларына ла штраф минуттарын биреп, уйынды дауам итергә була. Юҡ шул. Был уйынға ике команда ла уйнарға сыҡмай, ә көс һынаша. Боҙҙа йәнә һуғыш башлана. -
Коммент.: 0 Просмотр.:1863 Добавлено:
24 февраля 2010
- Далее...
«Салауат Юлаев» хоккейсылары, үҙ көйәрмәндәрен ҡыуандырып, өҫтәмә ваҡытта булһа ла, быйылғы миҙгелдә уңышлы старт алған Мәскәү өлкәһенең МВД командаһын 4:3 иҫәбенә отто. Эйе, ысынлап та, ҡунаҡтар, бушҡа ғына үҙ дивизионында лидер түгел икәнен йәнә бер тапҡыр иҫбатлап, хужаларға ҡаршылыҡ күрһәтеп маташты. Иҫәпте лә беренсе булып асып, хатта уны икегә еткереп, өфөләргә үҙ уйынын бәйләмәксе була. Ә бит улар составында бер «йондоҙ» ҙа юҡ. Тимәк, команда уйыны бар. Нисек кенә булмаһын, юлаевсылар, характер күрһәтеп, тәртип һаҡлаусыларҙан ике мәрәй булһа ла тартып алды. Шайбаларҙы Александр Пережогин, Виталий Прошкин һәм ике тапҡыр Игорь Григоренко индерҙе. Бөгөн беҙҙә «Локомотив» ҡунаҡ буласаҡ. -
Коммент.: 0 Просмотр.:2028 Добавлено:
24 февраля 2010
- БЕҘ улар менән бер тапҡыр уйнап алғайныҡ инде. Былтыр, үҫеп килеүсе йәш быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спорт һәм физик культураны популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең мәктәп уҡыусылары араһында спартакиада үткәреү тураһындағы ҡарарына ярашлы, мини-футбол буйынса турнирҙа осраштыҡ. Күрәһең, беҙгә лә, уларға ла был сара оҡшап ҡалды. Сөнки был юлы беҙ волейбол буйынса көс һынашырға булдыҡ. Был юлы республикабыҙҙың телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре айырым команда булып сығыш яһаны. Шулай итеп, уларҙан тыш, Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы (майҙан хужаһы), Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы һәм беҙ, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, көс һынашырға сыҡтыҡ. Сараға мәктәп етәкселеге ҙур иғтибар биреп, матур әҙерләнгәйне.Далее...
-
Коммент.: 0 Просмотр.:2185 Добавлено:
24 февраля 2010
- Еләбеҙ, йүгерәбеҙ, тырышабыҙ… Әммә инде бишенсе көн уңышҡа ирешә алмай интегәбеҙ… Был, моғайын, Рәсәйҙең Олимпия тарихында булмаған хәлдер. Ә бит Ванкуверға йыйынған саҡта, илебеҙҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко, барыһын да тынысландырып, спортсыларҙың ҙур бейеклектәр яулаясағына ышаныс белдерҙе. Улар дәррәү ҡуҙғалып, ҙур еңеүгә юлланды. Беҙҙең өсөн элек-электән иң уңышлы булған биатлон, саңғы спорты, конькиҙа фигуралы шыуыу кеүек спорт төрҙәре бөгөн юҡҡа сығып бара, буғай. Эйе, уңышлы ине. Сөнки беҙҙә трамплиндан һикереүҙә, бобслейҙа, тау саңғыһы менән уҙышыуҙа йүнләп бер ҡасан да «йондоҙҙар» булманы. Был төрҙәрҙән Рәсәйҙә спорт объекттары булмағанға ла юҡ улар. Спортсыларыбыҙ бар, тик күнекмәләр үткәреү өсөн улар сит илгә йөрөргә мәжбүр.Далее...
-
Коммент.: 0 Просмотр.:2558 Добавлено:
18 февраля 2010

» Валерий Белов "Аҡ барс" командаһын ет ...
» Чехия легионеры Томаш Ролинек «Салауат Юлаев»та
» Дмитрий Обухов командаһына тоғро
» Данлыҡлы һаҡсыһы Валерий Василь ...
» Рәсәй хоккейсылары чемпионатты ике ең ...
» Никита Филатов өфөләр менән кил ...
» Юлаевсы Александр Свитов донъя беренселегенә юлла ...
» Гагарин кубогы булды, сират Братиныға ла етте
» Йә Норвегия, йә булмаһа Чехия
» "Зенит" чемпион булыр моғайын
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 5
Всех: 6
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Войти на сайт







